Китапхана баҫмалары “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” исемлегенә инде.

Диплом лауреата республиканского конкурса "Лучшие товары Башкортостана"
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һуҡырҙарға тәғәйенләнгән “Башҡортостан – бармаҡ остарында” тип исемләнгән уҡыу әсбабы өсөн “2014 йылда Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсында ҡатнашып, “Халыҡты хеҙмәтләндереү” номинацияһында еңеүсеһе тип табылды.
Был конкурс республикала 2001 йылдан (БР Хөкүмәтенең 24.11.2000 йылғы 1191-р  һанлы ҡарарына ярашлы) “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабы булараҡ уҙғарыла.
Был конкурстың төп маҡсаттары – иң яҡшы тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе билдәләү, тыуған илдә тауар етештереүсе предприятиеларҙың ыңғай тәжрибәһен, етештергән әйберҙәренең сифатын башҡаларға күрһәтеү, сифат менеджментының эффектив алымдарын үҫтереүгә ярҙам итеү. Был конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенә 100 ойошма ғариза биргән. Конкурс “сәнәғәт-техник йүнәлештә етештерелгән продукция”,  “халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары”, “аҙыҡ-түлек тауарҙары”, “хеҙмәтләндереүҙәр” номинацияларын үҙ эсенә алды.
Баһалаған ваҡытта тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе сифаты, конкурентлыҡҡа һәләтле булыуы, яңы технологиялар ҡулланыуы, етештереүҙең артыуы, тауарҙы һатыу, сифат менән хаҡтың бер-береһенә тура килеүе, тауарҙың социаль кәрәклеге талаптарына ныҡлы иғтибар бирелә.
Конкурста Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы һуҡырҙарға тәғәйенләнгән, 2011 йылдан алып баҫылған “Башҡортостан – бармаҡ остарында” тип исемләнгән уҡыу әсбабы серияһын тәҡдим итте. Был серияға башҡорт халҡы, Башҡортостан ере, йәнлек-ҡоштары, үҫемлектәре, сәнәғәте, мәҙәниәте тураһында китаптар ингән. Брайль шрифтынан һәм рельефлы һүрәттәрҙән тыш, был серияға ингән китаптар насар күреүселәр өсөн эре хәрефтәр менән дә яҙылған. Бүтән әсбаптар ҙа бер стилдә биҙәлгән.
Хәҙер ғәзиз Башҡортостаныбыҙ тураһындағы был рельефлы һүрәтле китаптар, Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы белгестәренең хеҙмәт емеше, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” тамғаһы менән баҫыла башлаясаҡ.
Гөлнар Ишбулатова тәржемәһе.
 
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.