Иң кескәй уҡыусыларыбыҙ өсөн "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеме" тактиль китабы донъя күрҙе.

Издана тактильная книга «Башкирский женский костюм» для самых маленьких незрячих читателей.

Башҡортостан республикаһы хөкүмәте ҡарары буйынса республикабыҙҙа яңы байрам - Милли кейем көнө барлыҡҡа килде. Байрам йылына ике тапҡыр билдәләнә. Апрель айының өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында.
Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр кемеһенең тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Милли кейем байрамы ата-бабаларыҙҙың рухын, тарихын, мәҙәниәтен иҫкә төшөрә. 
Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡулдан башҡарылған тактиль китаптары менән билдәле. Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында һәр ваҡыт тиерлек приздар яулай, лауреаттар иҫәбенә инә. Милли кейем көнөнә улар "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеме" тактиль китабын әҙерләне. Китап тирә-яҡ донъяны өйрәнеүсе беҙҙең иң кескәй уҡыусыларыбыҙға тәғәйенләнә. 
Китап асылып-ябылмалы планшет формаһында бирелә. Тәүге битендә китапта тәҡдим ителгән милли кейемдәрҙең предметтары тураһында ҡыҫҡаса аңлатма бирелгән. Унда, насар күргән балаларға ҡулайлаштырылып, ҙурайтылған шрифт менән яҙылған.

Икенсе битендә милли костюмдың иң төп детале - күлдәк урынлашҡан. Ул йомшаҡ бәрхәт туҡыманан тегелгән. Сағыу таҫмалар менән биҙәлгән.

Өсөнсө биттә тәңкәләр менән биҙәлгән түшелдерек тәҡдим ителә. Күндән эшләнгән башҡорт орнаменты индерелгән. Ҡаршы биттә еңһеҙ камзул. Камзулдың сағыу таҫма һәм тәңкәләр менән биҙәлгән. 
Дүртенсе биттә ҡашмау тәҡдим ителгән. Ҡайһы бер райондарҙа уны маңлайса ла тейҙәр. Таҫма, тәңкәләр, мәрйендәр менән күҙҙең яуын алып тора. 
Китапта бирелгән бөтә кейемдәрҙе лә тотоп ҡарап була һәм ҡурсаҡтарға кейҙереп уйнау мөмкинлеге менән бирелгән. Предметтар ырғаҡтарға һәм элгестәргә эленгән.
Китап тышлығы башҡорт орнаменттары элементы менән башҡарылған, исеме йомшаҡ ПВХ-нан ҡырҡып яһалған. 
Кескәй уҡыусыларыбыҙға был китап оҡшар һәм милләт тарихын, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүҙә ярҙам итер тип ышанабыҙ

http://brsbs.ru/ru/virtualnye-vystavki/taktilno-rukodelnaya-kniga-bashki...

#деньнацкостюмавбрсбс

#нацкостюмрб

#нацкостюмдднрб

#ялюблюнацкостюм

# милликейем

# национальныйкостюм

#башкирскийкостюм

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.