Изгелек ағасы

Дерево добра
Рәсәй почтаһы “Изгелек ағасы” шәфҡәтлелек акцияһын ойошторҙо. Һәр теләүсе балалар йорттарына, ветерандар һәм ҡарттар йортона, мәктәп-интернаттарға, китапханаларға бүләккә журналдар тапшыра ала.
Журналдарға Рәсәй почтаһының бөтә филиалдарында ла яҙылырға мөмкин. Кемгә ниндәй баҫма бүләк итергә, һәр кем үҙ иркенән сығып билдәләй. Үҙәк почта бүлексәләрендә, төплө мәғлүмәт бирелгән “Изгелек ағасы” баннерҙары тора.
Был акцияны төрлө баҫмалар, өлкә башлыҡтары, эстрада йондоҙҙары, йәмғиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ихлас хуплай. Улар араһында Валерия һәм Иосиф Пригожин, Николай Басков, Олег Газманов, Варвара, рәссам Никас Сафронов, яҙыусы Татьяна Устинова, Воронеж өлкәһе губернаторы Алексей Гордеев, Хабаровск өлкәһе губернаторы Вячеслав Шпорт, Новосибирск ҡалаһы мэры Анатолий Локоть һ.б. бар.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында һуҡыр һәм насар күреүсе балалар, бер үк ваҡытта ишетеү һәм күреү һәләте боҙолған кешеләр өсөн ижади студия эшләй. Дөйөм хеҙмәтләндереү китапханаларына барып, тактиль китаптар сығарыу буйынса мастер-класстар үткәрәбеҙ. Тап шуға күрә лә, беҙҙең өсөн ижад һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән баҫмалар бик ҡыҙыҡлы.
Девчонки - мальчишки. Школа ремёсел; Радуга идей; Лабиринты вдохновений. Серия книг.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.