Һуҡырҙар өсөн яңы баҫмалар 

Новые издания для незрячих
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә «Башҡортостанда спорт: төбәктең спорт әҙерлеге үҙәге» ҡабарынҡы-график әсбабы донъя күрҙе. Ҡулланма насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт һәм һуҡырҙар өсөн ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифы менән нәшер ителгән.
Әсбапта Өфө ҡалаһының эре спорт үҙәктәре, унда ниндәй секцияларҙа булырға мөмкинлеге, Башҡортостан Республикаһының күренекле тренерҙары һәм спортсыларының ҡайһыһы ошо үҙәктәрҙә шөғөлләнә тигән мәғлүмәт сағылдырылған.

Әсбапта ҡабарынҡы графикала: «Динамо» спорт комплексы һәм Т. Т. Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромы тәҡдим ителгән.
Иллюстрацияларҙы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары «Хисле Башҡортостан» проекты сиктәрендә эшләне. 
Шулай уҡ махсус китапханала «Балалар һәм өлкәндәрҙә ярымшарҙар араһындағы үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү өсөн күнегеүҙәр йыйынтығы»нәшер ителә. Йыйынтыҡ Брайль шрифы менән нәшер ителгән.
Кеше мейеһе компьютер менән сағыштырғанда күп функция үтәй һәм ҙур мөмкинлектәргә эйә. Әммә кешеләр уның ресурстарын өлөшләтә генә ҡуллана. Баш мейеһе ярҙамсы булһын өсөн уны үҫтерергә кәрәк.
1981 йылда америка нейропсихологы, психобиология профессоры Роджер Сперри мейе ярымшарҙары араһындағы махсуслашыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәре өсөн Нобель премияһын ала. Уның эштәре арҡаһында ғалимдар, кеше үҙенең уҡыуында һул һәм уң өлөшөн гармонизациялау технологияларын ҡулланһа, үҙ аллы белем алыуҙың һөҙөмтәлелеге һәм етештереүсәнлеге арта, тигән һығымтаға килә. 
Баш мейеһе үҫеше мәсьәләһе бөгөн дә көнүҙәк, ул бөтә нәмәгә лә йоғонто яһай: хәтергә, иғтибарға, фекерләүгә, ижадилыҡҡа. Һәм был эштә мейе ярымшарҙарының эшен синхронлаштырыу күнегеүҙәре бик яҡшы ярҙам итә. Йыйынтыҡта баш мейеһенең төрлө зоналарын әүҙемләштереү юлы менән әүҙемләштереүгә булышлыҡ иткән бер-нисә күнегеү тәҡдим ителә, был һул һәм уң ярымшарҙы берҙәм, бөтөн эшләүсе системаға берләштергән яңы нейрон бәйләнештәренең үҫешенә булышлыҡ итә.
Техник эшкәртеү процесынан һуң әсбап махсус китапхана һәм уның республика ҡалаларындағы филиалдары фондына тапшырыла.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.