Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала Виктор Домашниковтың эштәре күргәҙмәһе

Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала Виктор Домашниковтың эштәре күргәҙмәһе
22 октябрҙә Республикабыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында СССР(Рәсәй) рәссамдар Союзы ағзаһы Виктор Домашниковтың картиналарының күргәҙмәһен асыу сараһы була.
“Гүзәллеккә хеҙмәт итәм” тип аталған экспозицияла Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт күренештәрен сағылдырған 40 ашыу эше күрһәтелә.
Күптәргә таныш Инйәр, Сөм, Ағиҙел буйҙары рәссамдың үҙенә генә хас төҫтәр менән бирелгән.
Сәнғәт белгестәренең фекеренсә, Виктор Борис улының һүрәттәрендә нәзәҡәтле сағыу хистәр сағылышы урын таба. Уның иң яратҡан төҫтәре:миләүшә һәм алһыу күк. Тәбиғәт күренештәрен сағылдырғанда улар ифрат та күп ҡулланған төҫтәр булып торалар. Беҙҙең күңелдәрҙә уның эштәре аша тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡарата ихтирам һәм мөхәббәт уяна.
Виктор Домашниковтың картиналары М.В. Нестеров исемендәге художество музейында, СССР рәссамдары Союзы коллекцияларында, Рәсәй музейҙарында, Франция, Голландия, Вьетнам, АҠШ, Ҡытай һ.б. шәхси коллекцияларында ла һаҡланалар.
Тәҡдим ителгән күргәҙмә насар күреүселәргә һәм һуҡырҙарға  Брайль шрифты менән дә аңлатмалы итеп һәм виртуаль вариантта ла бирелгән.
Күргәҙмә менән иртәнге сәғәт 9.00 киске 18.00 тиклем танышырға була.
Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 һанлы йорт.
Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә була.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.