Һуҡырҙар өсөн башҡорт телендә Баязит Бикбайҙың китабы баҫылды

Издана книга Баязита Бикбая на башкирском языке для незрячих

Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә Баязит Бикбайҙың "Аҡсәскә" повесы донъяға сыҡты. Китап ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифында, башҡорт телендә нәшер ителде, тип Башинформға һуҡырҙар өсөн башҡорт махсус китапханаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Баязит Бикбай - бөйөк Башҡортостан шағиры, прозаигы һәм драматург.
"Аҡсәскә" повесында яҙыусы үҙ ижадына ғына мөрәжәғәт итеп ҡалмай, шулай уҡ, башҡорт әҙәбиәтендә бөтөнләй тиерлек яҡтыртылмаған темаға ла ҡағыла. Шәхес культын һәм уның эҙемтәләрен тасуирлау менән, яҙыусы бер ғаиләнең яҙмышын аса. Повестың төп геройҙарҙы Нәғимә һәм Әхмүш Ямаевтар, уларҙың ҡыҙҙары - Аҡсәскә. Уларҙың ғаилә фажиғәһен тасуирлау барышында, яҙыусы Нәғимә, Аҡсәскә генә түгел, ә Әхмүш Ямаев үҙе лә шәхес культы ҡорбаны булып тора тип яҙа. Баязит Бикбай, ғаилә фажиғәһе менән бер үк ваҡытта, шәхес яҙмышының йәмғиәт ҡоролошо менән бәйләнешен иҫбатлай, һәм шәхес менән йәмғиәт араһында килешеү булғанда ғына бәхетле булырға мөмкин тей.
Әлеге мәлдә китаптар техник эшкәртеүҙәр аша үтә һәм яҡын арала китапхана фондына һәм республика ҡалаларындағы филиалдарға тапшырыласаҡ.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.