"Хайуан һәм ҡоштарҙың тылсымлы донъяһы" тифлосәғәте.

Тифлочас "Волшебный мир зверей и птиц"

30 ноябрь "Одноклассники" социаль селтәрендә https://ok.ru/live/3522920914774 махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре яҙыусы, хайуандар тураһында  балалар китабы рәссам-иллюстратор Евгений Иван улы Чарушиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған тифлосәғәт үткәрҙе. 

Евгений Чарушин - балаларҙың иң яратҡан рәссамдарының береһе, иң яҡшы рәссам анималист. Евгений Чарушин сәнғәте изге, кешелекле, инде нисә быуын балаларҙы ҡыуандыра һәм хайуандар илен яратырға өйрәтә. 
Сарала ҡатнашыусылар рәссамдың тормошо, яратҡан авторҙары, уның тәүге китаптары - "Ирекле ҡоштар", "Төрлө хайуандар", "Айыу балалары", "Бүре", "Терпе", "Никита һәм уның дуҫтары", "Һайыҫҡан тураһында" һ. б. менән танышты. 
Евгений Чарушиндың китаптары Англияла, АҠШ-та, Японияла, Һиндостанда, Болғар илендә сыға. Уларҙың дөйөм тиражы 60 млн ашыу экземпляр. 
Тифлосәғәт аҙағында  китапханасы Татьяна Резяпкина "Томка" хикәйәһен уҡыны.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.