“Халыҡ ынйылары” – халыҡҡа

“Халыҡ ынйылары” – халыҡҡа
Башҡортостандың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында ҡабарынҡы нөктәле һәм ҡабарынҡы һүрәтле “Халыҡ ынйылары. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады” исемле сираттағы уҡыу әсбабы  нәшер ителде. Китап насар  күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт менән дә, бөтөнләй күреү һәләте булмағандар өсөн ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифты менән дә нәшерләнгән. Был әсбап  2014 йылда “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсында дипломға лайыҡ булған “Башҡортостан – бармаҡ остарында” тип исемләнгән серияны тулыландыра.
Башҡорт халыҡының ауыҙ-тел ижады ифрат та бай. Халыҡ ижадында боронғо башҡорттарҙың тирә-яҡ мөхиткә  ҡарашы,  тәбиғәткә бәйле йола байрамдары, уй-хыялдары, аҡылы тупланған. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләренең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙәге роле ифрат та ҙур.
Был баҫмала башҡорт халыҡ эпосы, уның төрҙәре  хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, ҡобайырҙар, әйтемдәр, йырау, мәҡәлдәр, йомаҡтарҙың өлгөләре бирелгән. Ҡабарынҡы һүрәттәр ҡайһы бер йомаҡтарҙы сисергә мөмкинселек бирәсәк.
Был йыйынтыҡты махсус уҡыу йорттарында тыуған яҡты өйрәнеү һәм әҙәбиәт дәрестәрендә киң ҡулланырға мөмкин.
Фәрзәнә  Ғөбәйҙуллина тәржемәһе
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.