Халыҡ-ара ололар көнөнә

К Международному дню пожилых людей.
1 октябрь Халыҡ-ара ололар көнөнә ҡарата, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Изгелек һәм хөрмәт көнө" әҙәби байрамы үтте. 
Сараның маҡсаты: йәмғиәтте оло йәштәге кешеләрҙең мәсьәләләренә, ололарҙың шәхси һәм социаль көнкүрешенә иғтибар бүлеү.
Китапхананың әүҙем ҡулланыусылары: Марина Иванова, Илдус Богданов, Әлфиә Әхмәева, "Дуҫтар тауышы" ансамбле һәм Зарема Сөләймәнова рус, татар, инглиз һәм башҡорт телдәрендә ретро йырҙар башҡарҙылар. Олег Бугров һәм Рима Хөсәйенова юморист шағирҙарҙың шиғырын һөйләне. 
Сара Роспотребнадзор рекомендациялары аҫтында үтте.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.