Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә

В Международный день слепых
Был дата тарихы XVIII быуатҡа ҡайтып ҡала. 1784 йылда Парижда, шәфҡәтлелек фондтары ярҙамында билдәле педагог Валентин Гаюи "Һуҡыр эшселәр мастерскойы" тип аталған һуҡыр балалар өсөн донъялағы тәүге мәктәпте аса. Рәсәй императоры Александр Беренсе 1803 йылда Валентинға Санкт-петербургта ла һуҡырҙар өсөн уҡыу йортон асыуҙы тәҡдим итә. Педагог риза була һәм 1806 йылда Петербургта ул үҙенең мәктәбен аса. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Валентин Гаюи иҫтәлегенә, уның тыуған көн датаһын - 13 ноябрҙе "Бөтә донъя һуҡырҙар көнө" тип билдәләй.
Был көндө китапханасылар онлайн рәүештә "Мин йөрәгем менән күрәм" әҙәби минут үткәрҙе.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.