Халыҡ-ара ғилми-практик онлайн-конференция.

Международная научно-практическая онлайн-конференция

Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы, һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы 2020 йылдың 6 октябрендә 12:00 сәғәттә"Һуҡырҙар өсөн китапхана Рәсәй халыҡтарының үҙ-ара мәҙәни эшмәкәрлек структураһында" Халыҡ-ара ғилми-практик конференцияһын үткәрә. Конференция М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһына 85 йыл тулыуға арнала һәм видеобәйләнеш аша уҙасаҡ.

Конференция ның маҡсаты:

• төбәктең этномәҙәни киңлегендә махсус китапханаларҙың ролен һәм урынын билдәләү;

• милли әҙәби мираҫты һаҡлауҙа китапханаларҙың ҡатнашлығы;

• һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн милли электрон китапхана сығанаҡтарын формалашатырыу;

Конференцияла Рәсәй төбәктәрендә (Ҡазан, Калуга, Кузбасс, Мәскәү, Новосибирск, Өфө, Силәбе, Яҡут), яҡын сит илдә (Ҡаҙағстан) инвалидтар менән эш алып барған дөйөм хеҙмәтләндереү һәм махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре, Европа союзы илдәренең (Чехия) интеллектуаль шәхси милек Бөтә донъя ойошмаһының Консорциум хеҙмәткәрҙәре, йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре һәм ҡыҙыҡһыныусы йөҙҙәр ҡатнаша.

Конференцияла киләһе һорауҙарҙы ҡарау планлаштырыла:

• һуҡырҙарҙы хеҙмәтләндереүҙә этник-ара китапхана-мәғлүмәти киңлекте формалаштырыуҙа китапханалар роле;

• төбәктә йәшәгән халыҡтың милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙә махсус китапханаларҙың роле;

• Рәсәй һәм донъя халыҡтарының милли-мәҙәни ғорурлығын тәшкил иткән китаптарҙы, электрон, ресурстарҙы формалаштырыу, һаҡлау  һәм таратыу;

• һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн Рәсәй халыҡтары телдәрендә цифрлы әҙәбиәт коллекцияһын туплауҙа махсус китапханаларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге һәм китаптар менән алыш-биреш итеүе;

• мөмкинлектәре сиклеләр өсөн төбәк-ара һәм халыҡ-ара китапхана хеҙмәттәшлегендә күп форматлы баҫмалар.

Сара 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаларҙың Төп саралар планына инде.

Конференция һөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡ әҙерләү планлаштырыла.

Видеотрансляция "Торатау Конгресс-холл"ы ултырыш залынан интернет селтәрендә барасаҡ.

"Һуҡырҙар өсөн китапхана Рәсәй халыҡтарының үҙ-ара мәҙәни эшмәкәрлек структураһында" Халыҡ-ара ғилми-практик онлайн-конференция.

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.