Халыҡ-ара ғаилә көнөнә

К Международному дню семьи
Халыҡ-ара ғаилә көнөнә ҡарата, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы онлайн форматта уйын-конкурс программаһын ойошторҙо. 
Тура эфирҙа китапханасылар ғаилә ҡиммәттәре, уның кешегә йоғонтоһо, мөһимлеге тураһында һөйләнеләр. Эфирҙа ҡатнашыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, китапханасылар менән бергә ғаилә тураһында мәҡәлдәрҙе һәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. 
Программаға һылтанма https://ok.ru/live/4160983801686. 
Ошо уҡ көндө махсус китапханала "Умырзая" вокал ансамбле һәм "Дуҫтар тауышы" вокал төркөмөнөң концерты үтте. Классик ариялар менән бер рәттән замандаш башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре, халыҡ һәм эстрада йырҙары, шиғырҙар яңғыраны.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.