Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнөнә

Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнөнә
2014 йылдың 15 октябрендә, Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнөндә, Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында йәмәғәтселек иғтибарын һуҡырҙар проблемаһына йәлеп итеү саралары башлана. 
Ай буйына барасаҡ саралар исемлеген Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыллығына арналған кисә аса. Хәтер кисәһе Нефтекама балалар һәм үҫмерҙәр үҙәк китапханаһы уҡыусылары менән онлайн режимда әңгәмә форматында үтәсәк. Әңгәмәлә китапхана уҡыусылары – Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзалары: балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм сәйәхәтсе-яҙыусы Камил Йыһаншин ҡатнаша. Улар Мостай Кәрим тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашмаҡсы.
Көндөң тәүге яртыһында беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһының 28-се интернат мәктәбе уҡыусылары менән тифлокомментарийлы фильм ҡарауҙа ҡатнашасаҡ. Был фильды ҡарағас, уҡыусылар уның йөкмәткеһе буйынса инша яҙасаҡ. 13 ноябргә, Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөнә тиклем дауам итәсәк ошондай сараларыбыҙ ярҙамында беҙ йәмәғәтселек иғтибарын донъяның сағыулығын күрә алмаған кешеләр барлығына йүнәлтергә теләйбеҙ.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.