"Әгәр ҙә ҡыш булмаһа..."

"Кабы не было зимы..."
Эдуард Успенский – балалар өсөн китаптар авторы, Чебурашка, Крокодил Гена, бесәй Матроскин, почтальон Печкин кеуек мультшәхестәрҙең “атаһы”.
Һөнәре буйынса Эдуард инженер, әммә ижад уны үҙенең яғына бора һәм 1974 йылда ул тәүге “Дядя Федор, эт һәм бесәй” билдәле йәнһүрәте менән танылыу ала. Шулай уҡ, ул “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!”, “АБВГДейка”, “Радионяня” кеүек тапшырыуҙарҙың идея авторы.
Яңы йыл байрамы алдынан һәм Эдуард Успенскийҙың юбилейы айҡанлы махсус китапханала “Простоквашинола ҡыш” бал-маскарады үтте. Балаларға байрамға изге күңелле Мәскәй әбей һәм Ҡарһылыу килде. Яңы йыл геройҙары балаларға Успенскийҙың тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне. Йәнһүрәттәрҙән композициялар яңғыраны, йомаҡтар ҡойҙолар, хороводта әйләнделәр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.