Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәре башҡорт телендә нәшер ителде 

Издано произведение Гульсиры Гизатуллиной на башкирском языке
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан республика Яҙыусылар союзы ағзаһы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Һәҙиә" китабы донъя күрҙе. 
Гөлсирә Ғиззәтуллина башҡорт әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙ прозаһын иң яҡшы асыусы кеше. Ул яҙыусы хеҙмәтенә бик яуаплы ҡарай. Һәр кеше тыумыштан Хоҙай тарафынан талант менән бүләкләнгән тип иҫәпләй ул. 

Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ҡайһы бер әҫәрҙәре төрөк һәм рус телдәренә тәржемә ителгән. "Һәҙиә" романы трагик яҙмышлы яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаға бағышлана. 
Әҫәр өс китапта Брайль шрифында башҡорт телендә нәшер ителде. Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң китап махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.