Ғаилә көнө менән!

С днем семьи!
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Рәсәйҙә 8 июль билдәләнә. Тағы ла Болгария, Белоруссия, Әзербайжан, Германия, Украина, Великобритания, Франция илдәрендә лә был иҫтәлекле көн тип һанала.
Был фекер бер-нисә йыл элек Муром ҡалаһында тыуа. Тап ошо ҡалала, христиан никахы яҡлаусылары, Петр һәм Феврония ерләнгән. Ғаилә яуаплы мөхәббәт, хөрмәт итә белеү, ғаиләңә тоғро булыу менән бер рәттән, социаль берәмек тә булып тора. РФ Конституцияһының 38-се статьяһында былай тиелә: «Әсәлек менән балалыҡ, ғаилә хөкүмәт ҡанаты аҫтында; бала тәрбиәләү – ата-әсәнең тигеҙ бурысы; балиғ булған эшкә яраҡлы балалар эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһен ҡарарға бурыслы.” Яңы ғаилә байрамының символы – аҡ сәскә. Бик наҙлы һәм матур символ. Быуаттар төпкөлөнән алып аҡ сәскә Рәсәй тәбиғәтенең символы булып һанала. Боронғо славяндарҙа ул 7 изге үҫемлектәрҙең береһенән һанала.
Был хаҡта легенда ла бар.
Бик борон бер ауылда Мария исемле ҡыҙ йәшәгән. Зифа ҡайындай һомғол буйына, алһыу таң кеүек матур, наҙлы йөҙөнә күптәр һоҡланып ҡараған. Мария күрше ауыл егете Романға ғашиҡ булған була. Роман да ҡыҙҙы ярата, улар бер ҡасан да тиерлек айырылмай, гел бергә булалар.
Бер көндө Роман төш күрә. Гүйә, уға аҡ һаҡаллы бер ҡарт быға тиклем бер кем күрмәгән сәскә бирә. Был сәскәнең таждары аҡ, ә уртаһы һары икән. Уянып китһә, был сәскә уның янында ята икән. Роман уны Марияға бүләк итә. Ҡыҙ был матурлыҡҡа һушы китә, һәм сәскәгә Ромашка тип исем бирә.
Мария был матур, әммә шул уҡ ваҡытта ябай сәскәне бөтә ғашиҡтар күрә алмауына әсенә һәм Романға бер ҡосаҡ итеп килтерергә ҡуша. Роман ҡыҙына кире яуап бирә алмай, сәскәне эҙләп, оло юлға сыға. Оҙаҡ йөрөй торғас, ниһайәт, Төштәр батшалығын барып таба. Был батшалыҡтың ханы ялан тулы Аҡ сәскәләрҙе Романға бирергә риза, тик бының өсөн, егет уның ханлығында ҡалырға тейеш була. Егет ризалаша.
Мария Романдың ҡайтыуын йылдар буйына көтә. бер көн иртән уянғас, ни күрә - ялан тулы аҡ сәскәләр. ошо саҡта Мария мөхәббәтенең тере икәненә инана.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе, ысын күңелдән, ғаилә көнө менән ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙ һәр ваҡыт имен торһон, йортоғоҙҙа мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм итһен. Бәхет бер ҡасан да һеҙҙе һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ташлап китмәһен. Байрам менән!
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.