Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина: минең донъям беҙҙең балаларға.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина: минең донъям беҙҙең балаларға.
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның 70 йәшенә арналған "Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның серле донъяһы" исемле юбилей кисәһе үтте.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы - балалар тураһында һәм балалар өсөн яҙған иҫ киткес шағирәләребеҙҙең береһе. Ул 25 йылдан артыҡ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға йүнәлтә. Тап ошо эшләү дәүерендә ул башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге  шиғыр, әкиәт, хикәйә, пьеса һәм йомаҡтарында сағылған кескәйҙәр тормошон өйрәнә! Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәржемә итеүе менән милли әҙәбиәтебеҙ үҫешенә тос өлөш индерә. Үҙенең әҫәрҙәрендә башҡорт ерҙәренең, тәбиғәтенең матурлығына, йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә дан йырлауы менән балаларҙың күңелендә ололарға ҡарата ихтырам, тыуған ергә ҡыҙыҡһыныу, атай-әсәйҙе ололау, бер-береңә мәрхәмәтле булыу, тыуған тәбиғәткә һаҡсыл ҡарау, тыуған илде яратыу тойғоларын уята.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина тарафынан урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн башҡорт яҙыусыларының, ауыҙ-тел ижадынан алып йәш быуын авторҙарҙың әҫәрҙәрен туплаған "Балалар әҙәбиәте антологияһы" исемле йыйынтыҡ төҙөлә.
Башҡортостан республикаһының яҙыусылар Союзы ағзаһы булараҡ Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы  китап уҡыусылар, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте эшмәкәрҙәре менән ижади кисәләр үткәрә. Башҡорт мәҙәниәтен һәм шиғриәтен һәр ваҡыт популярлаштырыу уның республикабыҙ райондарының уҡыусылары менән осрашыуҙарында сағыла. 
Юбилей кисәһендә Өфө яҙыусыһы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, яҙыусы-юмор оҫтаһы Леонид Соколов ҡатнашты. Ҡунаҡтар ихлас күңелдән яҙыусыны ҡотланылар, уртаҡ ижади ниәттәре тураһында һөйләнеләр. Өфө ҡалаһының 128-се дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары байрамға Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән әҙәби-музыкаль композиция бүләк иттеләр.
Автор ижади осрашыу барышында үҙенең әҫәрҙәренең барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне, шиғыр, хикәйәләрен уҡыны, балаларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе һәм үҙенең буласаҡ ижади пландары менән уртаҡлашты.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.