Фәрит Әхмәҙиевтың “Туҡһан туғыҙ робағи”йы күреү һәләттәре булмағандар өсөн яңғырай

Фарит Ахмадиев во время записи аудиокниги
Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Фәрит Әхмәҙиевтың  2015 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Туҡһан туғыҙ робағи”йы  тауышландырылып эшләнде.
Әхмәҙиев Фәрит Вафа улы 1968 йылдың 11 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. Ике юғары белеме бар: Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге әҙәби институтты 1995 йылда  һәм 2002 йылда  Башҡортостан Президентының  дәүләт Академияһын тамамлай. 2009 йылда философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Фәрит Вафиевич–  ғалим, телсе-әҙәбиәтсе, күренекле шағир  Вафа  Исхаҡ улы Әхмәҙиевтың улы.
Фәрит Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәби институтта уҡыған мәлдә үк Динис Бүләковтың “Ғүмер бер генә” әҫәрен рус теленә профессиональ кимәлдә тәржемә иткән. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы ғалим һәм академик Ғайса ағай Хөсәйеновтың “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев” тигән китабын, Мираҫ Иҙелбаевтың “Юлай улы Салауат”, Рауил Бикбаев, Рәшит Назаров, Ҡәҙим Аралбаевтың әҫәрҙәрен рус теленә ауҙарҙы.
 “Туҡһан туғыҙ робағи” аудио йыйынтығына Светлана Чураеваның  баһаламаһы бирелгән һәм робағиҙар авторҙың үҙе тарафынан тауышландырылып  уҡыусыларға тәҡдим ителә. Башҡорт телендә был йыйынтыҡты Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры артисы Рөстәм Хәкимов тауышландырҙы. Йыйынтыҡҡа шулай уҡ Марат Ҡорбанғәлиев башҡарыуында “Аҙашҡан йондоҙ” исемле поэма ла уҡыла.
Яңғырау дауамы 1 сәғәт тә 30 минут.
Тиҙҙән аудиокитап техник яҡтан эшкәртелгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһына һәм уның филалдарына, сайтына һалынасаҡ.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.