Фильм "Салават Юлаев" теперь с тифлокомментариями для слепых

Фильм "Салават Юлаев" теперь с тифлокомментариями для слепых
Кисә, махсус китапханала, “Киноға кәртәһез юл” клубы рамкаһында “Салауат Юлаев” тифлокомментарийлы фильмының презентацияһы булып үтте. 
Фильм башҡорт халҡының милли геройы, сәсәне, шағир-импровизаторы тураһында бәйән итә. Кинокартина 1940 йылда режиссер Яков Протазанов тарафынан төшөрөлгән.
Фильмда Крәҫтиәндәр хәрәкәте, Салауаттың Пугачев гәскәренә ҡушылыу осоро сағылдырыла. Тәүҙә урыҫ баҫҡынсыларын күрә алмаған йәш егет, яйлап уларҙың бөтәһе лә дошман булмауына төшөнә бара. Помещиктар һәм боярҙар власына ҡаршы урыҫ казактары менән бергә алыша. Пугачев Салауатҡа полковник чины бирә. Боланың ҡыйралышынан, Пугачевтың ҡулға алыныуынан һуң да, Салауат көрәште дауам итә. 1774 йылдың 24 ноябрендә ул да әсирлеккә төшә.
Милли батырыбыҙ ролен бөйөк актер Арыҫлан Мөбәрәков башҡара. Был актерҙың иң яҡты образдарының береһе булып тороп ҡала. 
Махсус китапхана 2014 йылдан алып фильмдарға тифлокомментарийҙар яҙа. Бөгөнгө көндә, йәмғеһе 30 тифлокомментарийлы фильм бар. 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.