Филиалдарҙан яңылыҡтар

Вести из филиалов
Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында "Туған тел - туған һүҙ" сәғәте үтте. Китапханасылар халыҡ-ара тел көнөнөң килеп сығыу тарихы, ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙылар. ООН белешмәләре буйынса һәр халыҡ теленең үҙ көнө бар. Мәҫәлән, рус теле көнө - 6 июнь, инглиз теле - 23 апрель, испан теле - 12 октябрь, француз теле - 20 март, ғәрәп теле - 18 декабрь, башҡорт теле - 14 декабрь билдәләнә.
Ҡулланыусылар был көндө республикала ниндәй саралар үтәсәген белделәр: республика халҡы рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт һәм мари телдәрендә диктант яҙасаҡтар.
Осрашыуҙа туған телдәрҙә шиғырҙар яңғыраны.

Махсус китапхананың Белорет филиалы хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары "Хаттар өсөн адрес шул уҡ..." спектакленең премьераһына барып ҡайттылар. Халыҡ театры артистары тормошта ысын булған геройҙар тарихын күрһәтте.
Спектаклдән һуң фекер алышыу барҙы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.