Филиалдарҙан яңылыҡтар

Вести из филиалов. Стерлитамак. Белорецк.
Махсус китапхананың Белорет филиалында Ш. Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы "Шатлыҡ йыры" сараһы үтте. Китапханасы Галина Зәйнешева шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында һөйләне. Китапхана уҡыусылары Мәрйәм Мифтахова, Наталья Бикмәтова, Надежда Киселева шағирҙың рус һәм башҡорт телдәрендә шиғырҙарын уҡынылар.

Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында талантлы шағир, композитор, дипломат А. С. Грибоедов иҫтәлегенә бағышланған әҙәби сәғәт уҙғарылды. Сара барышында әҙиптең шиғырҙары, билдәле "Аҡылдан килгән ҡайғы" спектакленән аудиояҙма, ҡанатлы афоризмдар яңғыраны.
Александр Сергей улы пьесалар ғына яҙып ҡалмай, шулай уҡ ул яҡшы пианист, импровизатор.
Сара музыкаль әҫәрҙәр менән тамамланды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.