Филиалдарҙан яңылыҡтар. Стәрлетамаҡ.

Вести из филиалов. Стерлитамак.
Башҡортостан республикаһында башҡорт теле йылы сиктәрендә махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында тыуған яҡты өйрәнеү мозаикаһы үтте. 
Филиал ҡулланыусылары этномузей экспонаттары менән танышты: көнкүреш кәрәк-яраҡтары, уларҙың тарихы һәм башҡалар. Предметтарҙың башҡортса атамаһы менән таныштылар. Экскурсия музыкаль минут менән тамамланды. 
3 октябрь шағир Сергей Есениндың тыуыуына 125 йыл тула. Шул айҡанлы махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында "Рәсәйҙең йырсы шағиры" китап күрһәтеү өҫтәле әҙерләнде. Унда шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тәҡдим ителде.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.