Филиалдарҙан яңылыҡтар. Стәрлетамаҡ

Махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында яҙыусы Ҡадир Даяндың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған әҙәби сәғәт үтте.
Китапхана ҡулланыусылары һәм ҡунаҡтар яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән танышты.
Ҡадир Даян йырҙар ижад итә. Уның шиғырҙарына яҙылған "Гөлсирәнең һөйгәне", "Зәйтүнә", "Төнгө Урал", "Гөлъямал" йырҙары бик популяр. Ә инде "Шайморатов генерал" йыры ысын мәғәнәһендә халыҡ йыры тип атарлыҡ. Композиторы Заһир Исмәғилев.
Сара барышында шиғырҙар һәм музыкаль әҫәрҙәр яңғыраны.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.