Филиалдарҙан яңылыҡтар. Стәрлетамаҡ.

Вести из филиалов. Стерлитамак
7 июнь махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы “Изгелек сәғәте” акцияһын үткәрҙе. Сара 10-сы балалар китапханаһында “Өмөт” клубы балалары араһында уҙҙы.
Китапханасылар кескәйҙәрҙе һуҡыр кешеләрҙең көндәлек тормошта ниндәй мәсьәләләр менән осрашыуы тураһында таныштырҙы, уйындар уйнатылды.
Күреү һәләтен юғалтҡан 1-се төркөм Яков Штах Брайль шрифты буйынса яҙылған шиғырҙар уҡыны.
Сараны әҙерләгән Татьяна Сергееваға һәм Марина Ерастоваға рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.