Филиалдарҙан яңылыҡтар. Бәләбәй

Вести из филиалов. Белебей.
“Урман һуҡмаҡтары буйлап сәйәхәт” уйын-викторинаһы. Үткән аҙнала Бәләбәй филиалынан коллегаларыбыҙ коррекцион мәктәп уҡыусылары өсөн уйындар үткәрҙе. Сара 21 мартта билдәләнгән Ер көнөнә арналды.
Балалар төрлө викториналарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты, йомаҡтар систе, уйындар уйнаны. Уйын формаһында балалар урмандағы
тәртип ҡағиҙәләре менән танышты, тәбиғәт тураһында белешмәләр алды.
 
“Әсәй – иң изге һүҙ” музыкаль бүлмәһе.
Етеп килгән байрам айҡанлы, Бәләбәй филиалы ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сара үткәрҙе. Кисәгә коррекцион мәктәп уҡыусылары саҡырылды. Әсәй тураһында йырҙар йырланды, шиғырҙар уҡылды. Әңгәмә сәй өҫтәле артында дауам итте.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.