Филиалдарҙан хәбәрҙәр

Вести из филиалов
7 декабрь махсус китапхананың Белорет филиалында, шағирә Нина Зиминаның 75 йыллыҡ юбилейына һәм Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған, әҙәби-музыкаль-биографик кисә үтте.
Нина Николай ҡыҙы Зимина – талантлы шағирә, романтик, нескә лирик һәм оптимист кеше. Бала саҡтан алып, полиомелит менән ауырый, 1-се төркөм инвалиды. Инде 10 йыллап тышҡа, бөтөнләй тиерлек сыҡмай. Фатир буйлап, тик ултырғыс ярҙамында ғына хәрәкәт итә. Шуға ҡарамаҫтан, ул изге күңелле, ҡояш йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙ.
Нина Николаевна яҙған шиғырҙарға Алевтина Блиначева романстар башҡарҙы. Аккомпаниатор – Валерий Грызлин. Балалыҡ дуҫы, яҡын әхирәте Вера Ляндина шағирәнең тормош һәм ижад юлын һөйләп бирҙе.
Надежда Киселева Нина Зиминаның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.