“Еңеү салюты” шаңы

Ошо көндәрҙә, йәғни, 17 май, Өфө ҡалаһында Ғәриптәр ижады йортонда күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында үткәрелгән “Еңеү салюты” Бөтә Рәсәй конкурсына һайлап алыу этабы үтте. Сарала республиканың төрлө ҡала-райондарынан ике йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар һуғыш тураһында йырҙар йырланы, һуғыш йылдарында башҡарылған бейеүҙәр бейене, бер-береһе менән аралашып, кинәнес алды. Бер-нисә сәғәткә һуҙылған сығыштарҙа төрлө райондарҙан килгән ижади коллективтар йыр, музыка ҡоралдарында уйнау, бейеү, театраль жанрҙарында үҙ һәләттәрен күрһәтте. Һәр сығышта тыуған илгә һөйөү тойғоһо сағылды. Нимәһе-нимә, ә был тойғоно бер нисек тә яһалма рәүештә сағылдырып булмай: йә ул була, йә – юҡ...  “Еңеү салюты”фестивале етеп килгән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең 90 йыллығына арнала.
Күмертау ҡалаһынан “Замандаш”  командаһы (“Йәүһәрҙәр” күреү мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм йәштәрҙе адаптациялау үҙәге) баһалама комиссияһы ағзалары иғтибарына “Хәтер диалогтары” тип аталған сағыу программаһын тәҡдим итте. Был Театрлаштырылған музыкаль сығыш хәтирәләрҙе бер епкә теҙеп, монологтар формаһында сағылдырыуға ҡоролғайны. Һуғыштың тәүге көнөнән алып, еңеүгә тиклем күпме кеше күпме тетәнеүҙәр кисерергә мәжбүр булған. Ошо тетрәнеүҙәр хәтирәләрен режиссер Марина Сафонова бик асыҡ сағылдыра алған. Тамаша залында бер ваҡыт “Изге һуғыш” йыры аҫтында болоттар ҡуйырҙы. Был – зәһәр, аяуһыҙ һуғыш башланыуын белдергән тәүге ауаз ине... Тамашала төрлө эффекттар бик оҫта файҙаланылды, улар шул йылдар аһәңен яңынан тергеҙергә ярҙам итте. Үҙҙәренең сығышын күмертауҙар сәскәләр һалыу, фейерверк менән тамам ҡылды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Замандаш” командаһы эстрада миниатюралары театры номинацияһында беренсе урын алды. Күреү мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ошолай ярыша, эшләй, ижад итә алыуын күреү беҙҙе бик һөйөндөрә.
Еңеүселәр көҙ айҙарында Пермь ҡалаһында үтәсәк төбәк-ара конкурста ҡатнашасаҡ. Артабан – Мәскәүҙә үтәсәк Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған юбилей конкурсында ҡатнашыу мөмкинлегенә күп тә ҡалмай.
 
Материалды Күмертау ҡалаһынан Валентина Басырова яҙҙы,
башҡортсаға Гөлнар Ишбулатова тәржемә итте.
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.