"Донъялар сатында" телекүпере 

Бөгөн, 29 ноябрь, махсус китапханала Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылған "Донъялар сатында" проектына йомғаҡ яһалды. 
Грант республиканың һуҡыр һәм насар күргән уҡыусыларына тыуған яҡты өйрәнеү буйынса йөкмәткеле мәғлүмәт ресурстарын тәьмин итеү һәм күреү һәләте ныҡ боҙолған кешеләрҙең мәҙәни-тарихи  белемен киңәйтеү өсөн әҙерләнгән. Яҙыусы Йәүҙәт Ильясовтың һуҡыр уҡыусылар өсөн ижадын презентациялау һәм Брайль шрифы менән баҫтырылған китаптар грант буйынса һуңғы йомғаҡ булып тора. 

Йәүҙәт Ильясов - Башҡортостанда тыуған, оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәүсе, Урта Азияның боронғо һәм урта быуаттар тарихы темаһын яҡтыртҡан күп әҫәрҙәр авторы. Ижади эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып повестар һәм романдар, театр сценарийҙары, шиғырҙар, мәҡәләләр һәм башҡорт, татар, үзбәк, рус телдәрендә тәржемәләр тора. 
Осрашыу Өфө, Ташкент, Мәскәү, Стерлитамак, Белорет, Бәләбәй ҡалаларын бәйләгән телекүпер аша барҙы. Етенсе саҡырылыш Башҡортостан республика Ҡоролтай дәүләт йыйылышы депутаты, "Шоңҡар" республика журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов яҙыусы ижадын бөтә ҡатлам халыҡтар өсөн дә популярлаштырыу актуаллеге тураһында әйтеп үтте. Ике республика халыҡтары араһында дуҫлыҡ ептәрен һуҙыуҙа индергән өлөшө өсөн махсус китапхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 
Яуап һүҙҙә Үзбәкстан яҙыусылар союзы Рус әҙәбиәте советы председателе урынбаҫары Галина Долгая осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, ижади хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. 
Тура бәйләнеш режимында яҙыусының балалары - Йәндәр һәм Илона аталары тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашты. 
Ҡунаҡтар "Йәүҙәт Ильясов. Марстан килгән кеше" тифлокомментарийлы документаль фильмынан өҙөк менән танышты. 
Грант аҡсаһына нәшер ителгән "Ҡара тол ҡатын" китабы Үзбәкстандың һуҡыр уҡыусыларына, Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион мәктәп-интернатына, махсус китапхана филиалдарына бүләк ителәсәк. 
Нәзилә Дәүләтханова, махсус китапхананың фондтарҙы үҫтереү һәм каталоглаштырыу бүлеге мөдире: Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы оҙаҡ йылдар дауамында Брайль шрифында тыуған яҡты өйрәнеү йөкмәткеле китаптар нәшер итә. Махсус китапхана үҙенең нәшриәт эшмәкәрлеген йылдан-йыл киңәйтә. Китапхана эсендә тормошҡа ашырылған бөтә нәшриәт проекттары белемде үҫтереүгә, милли телгә, фольклорға, башҡорт йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ тойғоһо формалаштыра. Һуңғы йылдарҙа китапхана кәштәләрендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса рус һәм башҡорт телдәрендә Брайль шрифлы китаптар барлыҡҡа килде. Мостай Кәрим, Наил Ғәйетбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Салауат Юлаев кеүек билдәле башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре рус һәм башҡорт телдәрендә Брайль шрифында нәшер ителде. 
Махсус китапхана проекты арҡаһында Йәүҙәт Ильясовтың ижады һуҡырҙар өсөн дә асыҡ буласаҡ. 

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.