Читаем и пишем по Брайлю

Л. Брайль системаһы буйынса уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү курстары ойошторолдо
Әҙәбиәт йылына арналған саралар эсендә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһында Л. Брайль системаһы буйынса уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү курстары ойошторолдо. Курстарҙың маҡсаты–Рәсәй йәмғиәтенең рухи кимәлен үҫтереү, өлкән йәштә күреү һәләттәрен юғалтҡандарҙы уҡырға өйрәтеү һәм китаптарҙы уҡыусыларға уҡыу өсөн ҡулайлаштырыу.
Был коррекцион-үҫтереү программаһы өлкән йәштә күреү һәләтен юғалтҡандарға тәғәйенләнгән.
Программа Рәсәй Федерацияһы мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән һәм В.К. Рогушин редакцияһы аҫтында А.И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының һуң һуҡырайғандарҙы яҙырға һәм уҡырға өйрәтеү программаһына һәм уҡыу дәреслегенә нигеҙләнеп эшләнгән. Программа бер йыл уҡытыуға иҫәпләнгән. 
Уҡыу барышында уҡыусыларҙың компенсатор мөмкинселектәре үҫешә, кешенең хәтере, хәтерләү һәләте арта, нығый, донъяға ҡарашы, тирә-яҡтың айышына төшөнөүе киңәйә, кеше үҙ-үҙендә яңы мөмкинселектәр аса, үҙ-үҙен ышаныслыраҡ тота.
Шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының руханиҙар идараһы “Рәсәй ислам университеты” булышлығында. дөйөм белем биреү һәм аң-белем таратыу, үҙ алдына уҡыуҙы дауам итеү һәм квалификацияны күтәреү маҡсатында “Брайль системаһы буйынса ғәрәп алфавитын өйрәнеү” курстары ҡаралған.
Уҡытыу барышында курсанттар уҡытыусылар ярҙамында хәрефтәрҙе танып белеү ҡағиҙәләрен һәм ғәрәп алфавитын уҡырға өйрәнәсәктәр, Ҡөрьәндең ҡайһы бер ҡыҫҡа сүрәләрен ятлаясаҡтар.
Курстараға уҡырға теләүсе күреү мөмкинселектәре сикләнгән, йәки бөтөнләй күрмәгәндәр саҡырыла.
Уҡыуҙар Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған китапханаһында (Киров урамы, 47 адресы буйынса) төркөмдәрҙә алып барыласаҡ.
Курстарға яҙылырға һәм уҡыуҙар теҙмәһен 8(347) 272-70-14 телефоны аша хеҙмәтләндереү бүлегенә шылтыратып белешә алаһығыҙ.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.