Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияла ҡатнашыу.

Участие во Всероссийской научно-практической конференции
 
Онлайн режимда Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференция үтте. Сара һуҡырҙар өсөн Һамар өлкә китапханаһы, Һамар өлкәһе мәҙәниәт министрлығы, инвалидтарҙы хеҙмәтләндереүсе китапхана секциялары ойошторҙо. 

Беҙҙең китапхананан директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева доклад менән сығыш яһаны. 
Конференция сиктәрендә коллегалар махсус китапханаларҙың мәғлүмәт киңлегендә цифровизация һорауҙарын ҡаранылар, эш ҡоралдары, системалы ҡараш, яңыса фекер йөрөтөү, яңы идеялар һәм илһам тураһында әңгәмә алып барҙылар. 
Конференцияла Һамар, Мәскәү, Новосибирск, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе, Саратов, Свердловск, Ставрополь, Астрахань, Саха һәм Сыуаш республикаларынан коллегалар ҡатнашты.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.