Бер уҡыусы бенефисы 

Бенефис одного читателя
Сираттағы "Бер уҡыусы бенефисы" 25 август махсус китапханала үтәсәк. Уның героиняһы - беҙҙең әүҙем уҡыусы Марина Иванова. 
Беҙҙең бенефистың геройҙары - һуҡыр һәүәҫкәр композиторҙар, шағирҙар, рәссамдар, артистар һәм, әлбиттә, китапханабыҙҙың ҡулланыусылары. 
Марина ҡояшлы Ташкент ҡалаһында донъяға килә. Тик Башҡортостанда үҫә һәм уны тыуған яғы тип иҫәпләй. Тәүҙә Ғафури районы Табын ауылында, аҙаҡ 9-сы синыфтан һуң, Свердлов өлкәһе Верхне-Пышмин мәктәп-интернатында уҡый. Был илебеҙҙәге иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе Маринала сәнғәткә һөйөү хисе тәрбиәләй, ижади һәләтен үҫтерә. Унда ҡыҙ мәктәп театрында шөғөлләнә, ҡала конкурстарында ҡатнаша. 
Мәктәптән һуң Марина Өфөгә ҡайта һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 
1988 йылдан Марина Мәхмүт ҡыҙы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы менән бәйле. Ул БРҺО музейы директоры, инвалидтарҙың ижад йорто директоры булып эшләй. 
Китапхана ҡунаҡтары сарала Марина Иванованың ижады менән яҡынданыраҡ танышасаҡ. Улар өсөн рус, итальян, француз телдәрендә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраясаҡ. 
Сара 13:00 сәғәттә башлана. 
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.