Бер китап уҡыусының бенефисы

Бенефис одного читателя
Махсус китапханала Марина Иванованың бенефисы уҙғарылды. Марина Мәхмүт ҡыҙы – китапхананың иң әүҙем уҡыусыһы. Августа 55 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул урындағы БРО ВОС биләмә ойошмаһы председателе, “Балаганчик” театрының художество етәксеһе. Шулай уҡ, ул йыр, бейеү түңәрәктәрендә лә шөғөлләнә. ВОС үткәргән “Тере һүҙ” Бөтә Рәсәй шиғыр һөйләүселәр конкурсының лауреаты.
Махсус китапхананың китап уҡыусылары һәм ҡунаҡтар Марина Иванованың тормош юлы, ижады хаҡында белделәр. Йырҙарын тыңланылар. Уны ҡотлап дуҫтары ла сығыш яһаны.
Сара аҙағында ҡунаҡтар, “Балаганчик” театры коллективы башҡарыуында, Чеховтың “Туй алдынан” спектакленән өҙөк ҡарауға ирештеләр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.