Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең драмаһы буйынса төшөрөлгән фильм “Ай тотолған төндә” хәҙер тифлоаңлатмалы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең драмаһы  буйынса төшөрөлгән фильм “Ай тотолған төндә” хәҙер тифлоаңлатмалы
Республикабыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  Мостай Кәримдең драмаһы  буйынса төшөрөлгән тифлоаңлатмалы  “Ай тотолған төндә”  фильмын күрһәтеү буласаҡ.
Мостай Кәрим тарафынан 1963 йылда яҙылған драма Рәсәй һәм донъя сәхнәләрендә йөҙҙәрсә тапҡыр ҡуйылды һәм халыҡ тарафынан бик яҡшы ҡабул ителде. 1967 йылда ошо әҫәре өсөн авторға К. С.  Станиславский исемендәге РСФСР премияһы тапшырылды.
Фильмда Иннокентий Смоктуновский уҡыуыуында  XYII быуат төркмән шағиры Мәхтүмҡолойҙың шиғыры һәм XI  быуат әрмән шағиры Григора Нарекациҙың “Йыр башҡарыу китабы”нан өҙөктәр яңғырай.
 Пьеса нәфис фильм төшөрөүгә нигеҙ булып тора. Уны ҡаҙаҡ режиссеры Барас Халзанов 1978 йылда Свердловск киностудияһында төшөрә.
Ваҡиға XYII быуатта башҡорт йәйләүендә бара. Боронғо ырыуҙың башында аҡыллы һәм төплө фекерле байбисә Тәңкәбикә тора. Уның тормош маҡсаты– ғаилә  усағын һаҡлау һәм  кесе улы Ишмырҙа, уртансы улы Аҡйегет, өлкән улы Йылмырҙа хаҡында ғына ҡайғыртыуҙа түгел, ырыу ҡанундарына тап килтереп йәшәүҙә лә. Тәңкәбикәнең йәшлек гөнаһ емеше Диуана ла уның йөрәк ҡылдарын әленән-әле зымбырҙатып тора. Әсә аҡылға бер төрлөрәк улы Диуананың үҙенең балаһы икәнен ырыуҙаштарынан йәшерергә мәжбүр,  ул эстән ут йотоп йәшәй.
Йәйләүҙә барыһы ла үҙ сираты менән дауам иткәндәй тойола. Бына тиҙҙән Аҡйегет  һөйгәне Зөбәржәткә өйләнәсәк, һуғыштан Йылмырҙа ҡайтып төшөргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байбисәнең улы һуғышта һәләк булыуы хаҡында ғына хәбәр еткерәләр. Ырыу ҡанундары буйынса һәләк булған улының ҡатыны Шәфәҡте Аҡйегет үҙенә кәләшлеккә алырға тейеш, ә Зөбәржәтте әле бәлиғ булмаған Ишмырҙаға бирергә ҡарар итәләр. Аҡйегет менән Зөбәржәт ырыу ҡанундарына буйһонорға теләмәйҙәр, ошо уҡ көндө Ай тотола һәм ике бер-береһен һөйөшкән йәштәрҙе ырыуҙан ҡыуалар.
Фильмдә Тәңкәбикә ролен Гөлли Мөбәрәкова башҡара. Фильмға тифлоаңлатма “Миңә киноны һөйлә” проекты сиктәрендә эшләнде. Теләүселәрҙең барыһын да 30 октябрь көндөҙгө сәғәт 14.00 Өфө ҡалаһы, Киров урамя, 47  адресы буйынса фильмды ҡарарға саҡырабыҙ. Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.