Башҡортостандан Рәсәй Президенты грантын алыусылар билдәләнде

Объявлены получатели грантов Президента России из Башкирии
Рәсәй Президенты гранты өсөн конкурс еңеүселәре булып, Башҡортостандан 14 муниципаль белем биреү учреждениелары араһынан, коммерция булмаған 57 ойошма табылды.
Дөйөм суммала, улар барыһы 60 миллионға яҡын грант алды. Шулар араһында, рус һәм башҡорт телдәрендәге тактиль иллюстрациялы китап һәм альбом ине. Был проекттың етәксеһе – Дорофеева Елена Николаевна. Ҡатнашыусылары: Мәсәлимов Т. Х., Кондров А. В. Башҡортостан республикаһы буйынса Рәсәй дизайнерҙар союзы тарафынан бүләкләнделәр.
Проекттың маҡсаты – күреү һәләте сикләнгәндәр өсөн, рус һәм башҡорт телдәрендә, Башҡортостан республикаһы халыҡтарының мәҙәниәте хаҡында китаптар һәм альбомдар баҫтырыу; йәш быуынды ошондай баҫмалар сығарыуға ылыҡтырып, уларҙа рух һәм әхлаҡ тәрбиәләү.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы проект партнерҙарының береһе булып тора. Махсус китапханала, рус һәм башҡорт телдәрендә Брайль шрифты менән тактиль китаптар баҫтырыласаҡ. Темаға ярашлы төрлө саралар, китап, альбом, һүрәт күргәҙмәләре үткәреләсәк.
Бөгөнгө көндә республикала һуҡырҙар өсөн тәғәйенләнгән музейҙар юҡ. Экспозицияларҙы тик бер тапҡыр күреү өсөн генә килтерәләр. Ә инвалидтар һаны 9000 яҡын, һәм ул йылдан-йыл үҫешә генә бара. Ә махсус китапхананың мөмкинселектәре юғары кимәлдә түгел. Был проект тап ошо бушлыҡты тултырыу өсөн йүнәлтелде.
Проекттың иллюстратив өлөшөн эшләүҙә уҡыу йорттарынан студенттар ҙа йәлеп ителәсәк. Профессионал рәссамдар, дизайнерҙар, тифлопедагогтар, эштәрҙе сифатлы башҡарырға ярҙам итәсәк, мастер-класстар һәм семинарҙар үткәрәсәк.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.