Башҡортостан республикаһы башлығы гранты презентацияһы

В Уфе состоялась презентация грантов Главы Республики Башкортостан, направленных на сохранение и развитие государственных языков и языков народов Республики Башкортостан
19 февраль Башҡорт дәүләт университетында БР-ҙың дәүләт һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән президент грантын тормошҡа ашырыу буйынса семинар уҙҙы. Бөтә проекттар 2018 һәм 2019 йылдарҙа тәҡдим ителде. Семинарҙа милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Гөлләриә Ялсыҡаева, РБ-ның мәҙәниәт министрлығының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, белем биреү һәм ғилем министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм БДУ ректоры Николай Морозкин ҡатнашты.
Махсус китапхана "Тыуған яҡтың күп тауышы: Башҡортостан республика халыҡтары телдәрендә һуҡырҙар өсөн мультителле аудиокитаптар" проектын тәҡдим итте. Башҡорттар, татарҙар, рустар, марийҙар, белорустар, латыштар, украиндар, мордвалар, удмурттар, сыуаштар тураһында 4 ҡабарынҡы график әсбап баҫылды.
РБ-ның Мәҙәниәт министрлығы материалдарынан.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.