Башҡорт яҙмаһының тарихы практикумы баҫтырылды.

Издан "Практикум по истории башкирского письма"
Һуҡырҙарға, тарихты һәм тыуған яҡтың мәҙәниәтен ҡыйынлыҡһыҙ өйрәнеү өсөн, махсус китапхана, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә, Брайль шрифты менән, башҡорт телендә “Башҡорт яҙмаһының тарихы практикумы”уҡыу-методик ҡулланмаһын баҫтырҙы. Ҡулланмаға рельефлы һүрәттәр ҙә индерелгән.
Төҙөүселәрҙең береһе - әүҙем студент, беҙҙең китап уҡыусыһы Алина Әхмәтшина.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының, милли мәҙәниәттең көнкүрешен һаҡлауҙа, халыҡ-ара мәҙәни диалогты һәм һаулығы сикле ҡулланыусылар өсөн мәғлүмәт алыуҙы еңеләйткән хеҙмәттәр булдырыуҙа специфик тәжрибәһе ҙур. Махсус китапхана, һуҡырҙар өсөн башҡорт телендә һәм тыуған яҡ тураһында әҙәбиәт баҫтырған берҙән-бер ойошма булараҡ, даими үҫеш һәм финанс ярҙам талап итә.
Башҡорт телендәге уҡыу-методик ҡулланма коррекцион мәктәп уҡыусыларына, студенттарға башҡорт теле, Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белем кимәлен күтәрергә ярҙам итәсәк.
“Башҡорт яҙмаһының тарихы практикумы”, бик тиҙҙән, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты китапханаһы һәм махсус китапхана фондына тапшырыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.