"Ал елкәндәр" китабы юбилейына ҡарата.

К юбилею выхода книги "Алые паруса".
Александр Гриндың "Ал елкәндәр" китабы юбилейына ҡарата М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында һуҡырҙар өсөн рус прозаигы һәм шағирҙың китабы сыҡты. 

Ленинград блокадаһы ваҡытында кешеләр өсөн донъя менән берҙән-бер бәйләнеш ул радио була. Биограф Владимир Сандлер әйтеүенсә, 1943 йылда артистка Чернявская радио аша "Ал елкәндәр"ҙе уҡый һәм нисек көтөргә һәм ышанырға кәрәклеген һөйләгән повесты тыңлап,  үлем күргән кешеләр илай. К. Паустовский "Алтын рауза"ла әгәр ҙә Грин "Ал елкәндәр"ҙән башҡа бер нимә лә яҙмаһа  ла, ул иң яҡшы яҙыусылар иҫәбендә ҡалып ине, тип билдәләп үтә. 
1916 йылда Грин "ҡыҙыл елкәнле карап" тураһында повесть идеяһы менән яна башлай. Бер көндө ул уйынсыҡтар магазины витринаһында карап күреп ҡала һәм, әгәр ҙә елкәндәр ҡыҙыл түгел, ә ал булһа, ниндәй тарих тыуыр ине, тигән фекергә килә. Һуңыраҡ революция баҫа, Граждандар һуғышы башлана. Ошо ваҡытта Грин Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Хеҙмәт иткән сағында тиф менән ҡаты ауырып китә. Әммә ауыр ваҡыттарҙа ла мөғжизәле карап тураһында ҡулъяҙмаһы менән айырылмай. Ул уны хатта "тере хыял" тип йөрөтә. Максим Горький уға Сәнғәт йортонда кескәй генә урын алып бирергә ярҙам итә. Был кескенә, тар һәм ҡараңғы бүлмәлә бөйөк әҫәр тыуа. 
Күршеһендә йәшәгән шағир В. Рождественский былай ти: "Грин кеше менән аралашманы. Иртә таңдан өҫтәле артына ултыра ине лә һәм күҙ ҙә алмай, дәрт менән эшләй ине. Шунан йылыныр өсөн,  ҡапыл тороп, бүлмә буйлап йөрөй башлай ҙа, йылынғас, ҡабат яҙырға ултыра. 
Граждандар һуғышы әле бара ине, илдә емереклелек, аслыҡ хөкөм һөрә. Грин 1920 йылдың декабрендә "Ал елкәндәр"ҙе тамамлай. 1922 йылда "Киске телеграф" гәзитендә повестан өҙөк баҫтырыла, ә 1923 йылда айырым китап булып сыға. 
Был илебеҙҙең мәҙәни кодына әйләнә. Китапты уҡымаған кешеләр ҙә,Ассольдың кем икәнен белә. 
Был китапта Александр Грин алтын һүҙҙәр ҡалдырған: "Мин ябай бер хәҡиҡәтте аңланым. Ул мөғжизәне үҙ ҡулдарың менән тыуҙырыуҙа". 
Аҙ тиражлы баҫма ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифты менән ике китапта сығарылды. Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң китапхана фондына һәм филиалдарға таратыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.