"Аҡ тирмәләр иле йырсыһы" китап күргәҙмәһе

Книжная выставка «Певец страны белых юрт»
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡунаҡтары һәм ҡулланыусылары иғтибарына "Аҡ тирмәләр иле йырсыһы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә башҡорт яҙыусыһы Ҡәҙим Аралбаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнала. 
Ҡәҙим Аралбай 1941 йылдың 1 сентябрендә Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй. Совет армияһы рәттәрендә хеҙмәт итә. 1968 йылда БДУ-ны тамамлай. Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән райондары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. "Утлы кисеүҙәр" тигән тәүге китабы 1975 донъя күрә. Ҡәҙим - ундан ашыу йыйынтыҡ авторы, башҡорт фольклорын ("Батыр яраһы", "Аҡ тирмә", "Сапҡынсы", "Таналыҡ тауышы" һ.б.) өйрәнеүсе. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, С. Чекмарев, Р. Ғарипов, З. Биишева  премиялар лауреаты. 
70-се йылдар башында СССР-ҙың ғилем академияһы аспиранты. Һуңыраҡ "Ағиҙел" журналында эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзының яуаплы секретаре, КПСС обкомының башҡорт мәҙәниәте бүлеге инструкторы. 1988 йылдан - республика яҙыусылары союзының председатель урынбаҫары, "Китап" нәшриәтенең төп мөхәррире һәм директоры. 
Һәр шиғырында тиерлек, Ҡәҙим Аралбай милли проблемаларҙы күтәреп сығара. Уның характер һыҙаттары - ихласлыҡ һәм ҡыйыулыҡ. 
Демократик реформалар һәм республика суверенитеты өсөн алыштарҙа ул "Өйөрмәләр", "Беҙ - кешеләр" һәм башҡа поэмалар ижад итә. Уларҙа ваҡыт рухы һәм үҙгәрештәр теләү сағыла. "Рухи яҙмалар" поэмаһына ҡобайырҙар, шиғырҙар, йырҙар, бәйеттәр ингән. Был китабы өсөн уға 1996 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирәләр. Ҡәҙим Аралбай Башҡортостандың халыҡ шағиры һәм атҡаҙанған хеҙмәткәре. 
Әлеге көндә ул эпик поэзияла эшен дауам итә. Һуңғы йылдарҙа "Ҡаратау тотҡоно", "Таналыҡ тауышы", "Һуңғы туй", "Ҡояшлы буран", "Сәсән" поэмалары яҙылды. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә.
 

Текст по материалам https://kulturarb.ru/ru/persony/aralbaev-kadim

"Говорящие" книги на флешкартах:

Аралбаев, К. А. Письмена духов [Электронный ресурс]: рубаи, стихи, поэма: на баш. яз. / К. А. Аралбаев; чит. М. Шарипова. — Уфа: БРСБС, 2012. — 1 фк. (43 ч 24 м 29 с). — (Лауреаты премии им. Салавата Юлаева). — С изд.: Уфа: Китап, 1995.

"Говорящие" книги на оптических СD-дисках:

Аралбай, Кадим. Песни степей [Мультиязыковой электронный ресурс] = Дала йырҙары: стихи, поэмы, сказка / К. Аралбай; чит. А. Абизова (баш.); М. Апраксина (рус.). — Уфа: БРСБС, 2011. — 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 4 ч. — Формат МР3. — С изд.: Уфа: Китап, 2001.

Плоско-печатные издания:

Кадим Аралбай (1941) // Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков [Текст]. — Уфа: Китап, 2007. — С.300-302.

Кадим Аралбай (1941) // Писатели земли башкирской [Текст]: справочник. — Уфа: Китап, 2006. — С.40-41.

Аралбай, К. Голос Таналыка [Текст] = Таналыҡ тауышы: поэмы, стихи, рубаи: на баш. яз. / К. Аралбай. — Уфа: Белая река, 2007. — 40 с.

Аралбай, К. Живые уголки памяти [Текст] = Хәтеремдең тере ҡуҙҙары: на баш. яз. / К. Аралбай. — Уфа: Китап, 2007. — 296 с. 

Аралбаев, К.А. Песня – жар души [Текст] = Йыр йылыһы: поэмы; стихи; переводы; рубаи: на баш. яз. / К. А. Аралбаев. — Уфа: Китап, 2016. — 342 с. — (16+) 

Аралбай, Кадим. Поэмы [Текст] = Поэмалар: на баш. яз.  / К. Аралбай. — Уфа: Белая река, 2001. — 320 с. 

Аралбай, К.А. Соловей и сабля [Текст] = Һандуғас һәм кылыс: поэмы, стихи, переводы: на баш. яз.  / К. Аралбай. — Уфа: Гилем, 2004. — 112 с.

Аралбай, Кадим. Узник Каратауа [Текст] = Ҡаратау тотҡоно: поэмы: на баш. яз. / К. Аралбай. — Уфа: Белая река, 2007. — 40 с.

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.