15 октябрь– Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнө

15 октябрь– Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнө
Аҡ таяҡ көнө– Башҡортостан республикаһының Һуҡырҙар махсус китапханаһында йәмәғәтселек иғтибарын һуҡырҙар проблемаһына йәлеп итеү сараларының береһе булып тора. Был көн 1970 йылдың 15 октябренән Һуҡырҙарҙың Халыҡ-ара федерацияһы тарафынан булдырыла.
Аҡ таяҡтың тарихы, һуҡырлыҡ билдәһе булараҡ,1921 йылдан башлана. Британ ҡалаһы Бристолдә Джеймс Биггс исемле профессиональ фототөшөрөүсе бәхетһеҙлеккә осрап күреү һәләтен юғалта. Тормошто нисек кенә булһа ла дауам итергә кәрәк була һәм ул ҡала буйлап таяҡҡа таянып йөрөргә өйрәнә. Тиҙҙән уның ҡара таяғына һис кем иғтибар итмәгәнен аңлай һәм үҙенең таяғын аҡ төҫкә буяй.  Хәҙер инде машиналар ҙа, үтеп барыусылар ҙа уға иғтибар итә башлайҙар. Был яңылыҡты барлыҡ күрмәүселәр Англияла ғына түгел, бөтә Европа илдәрендә, Америкала, ә һуңғараҡ инде Рәсәйҙә лә эләктереп алалар.
Һуҡыр кешегә өйҙән сығып үҙенә кәрәкле урынға барыу йылдан-йыл ҡыйынлаша бара. Аҙым һайын күрмәгән кешене асыҡ ҡалдырылған  люктар,юлда торған автомобилдәр, реклама элгән таҡталар, кәртәләнмәгән ремонт эштәре барышы– барыһы ла ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Ҡала туҡталыштарында үҙеңә кәрәк һанлы автобусты табыу,  кәрәкле туҡталышта сығыу, йөрөү ҙә бик еңелдән булмай.
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы урынлашҡан микрорайонда урамдың юл аша үтеү урындарына бында “һуҡырҙар  урам аша сығыу урыны” тигән махсус юл күрһәткестәре ҡуйылған. Светофорҙар махсус тауышландырылған сигнал менән эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә ҡала юл йөрөү урындарын һуҡырҙарға уңайлы булырлыҡ итеп эшләү китапхананан тормай шул. Ошо китапханаға килеү ҙә күрмәүселәргә байтаҡ ҡына уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Китапхананың үҙендә һуҡыр уҡыусыларҙың уңайлыҡтары өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, кабинеттарға инеү урындары тауышландырылған, айырым юлдар һалынған.
Китапханаға ингән урынға пандус урынлаштырылған. Хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу өсөн пандус янына сыртлаҡ ҡуйылған, коридорға тактиль плитка һалынған һәм буйҙан буйға тотонғостар  эшләнгән.
Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы–  республикала айырым төр уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереүсе берҙән-бер китапхана. Һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе хеҙмәтләндереүсе, уларға төрлө яҡтан мәғлүмәти, мәҙәни һәм әҙәби яңылыҡтарҙы еткереүсе урын булып тора. Бында ҡабарынҡы шрифтлы, ябай баҫма менән  эшләнгән, “Һөйләүсе” тауышландырылған китаптар флешкарталарҙа, кассеталарҙа, дисктарҙа һәр уҡыусыға барып етергә әҙер. Китапхана фондына йыл һайын һуҡырҙар уҡымалы ун меңдән ашыу китап килеп тора. Китапхананың биш меңдән ашыу уҡыусыһы бар. Китапханала йыл әйләнәһенә өс йөҙҙән ашыу әҙәби, мәҙәни саралар, осрашыуҙар, кисәләр, виртуаль күргәҙмәләр уҙғарыла.
Ошондай сараларыбыҙ ярҙамында беҙ йәмәғәтселек иғтибарын донъяның сағыулығын күрә алмаған кешеләр барлығына йүнәлтергә теләйбеҙ.
Китапханаға килеүселәр өсөн заманса йыһазландырылдған уңайлы шарттар булдырылған.Һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе йәмғиәт тормошонан айырмау, уларҙы ҡайғыртыу, уңайлы шарттар тыуҙырыу беҙҙең илебеҙҙең иң  тәү нәүбәттәге бурыстарының береһе булып тора.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.