Новости

18.09.2023

"Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале тамам

Всероссийский фестиваль игры «Айда играть» завершился
14 сентябрь Өфөлә беренсе тапҡыр "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙҙы. Фестивалдә 140 етештереүсе, уйынсыҡ яһаусы, уйлап табыусылар, дизайнерҙар ҡатнашты. 
15.09.2023

"Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале 

14-17 сентябрь Өфөлә беренсе тапҡыр "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале үтәсәк. Ул ғилем, сәнәғәт, белем биреү белгестәре һәм ата-әсәләр берләшмәләре өсөн уникаль майҙан булып торасаҡ. Фестивалдә 140 уйындар һәм уйынсыҡтар яһаусы, етештереүсе, уйлап сығарыусылар, дизайнерҙар, оҫталар тәҡдим ителәсәк. 
15.09.2023

"Мөмкинлектәр сикле, әммә һәләттәр сикһеҙ"

 «Возможности – ограничены, способности – безграничны»
14 сентябрь ауыл-ара Үҙәк китапханала Мехроб Назаров менән тура эфир үтте. 
2015 йылда, студент сағында, ул умыртҡа һөйәк муйынын йәрәхәтләндерә. Әммә егет юғалып ҡалмай. "Маҡсатыма бәләкәй аҙымдар менән" - уның тормош девизына әйләнә. 
13.09.2023

Всероссийский мониторинг брайлевской грамотности

Всероссийский мониторинг брайлевской грамотности
Брайль грамотлығына мониторинг 
Хөрмәтле ҡулланыусылар! 
Һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы, "Сәнғәт, ғилем һәм спорт" шәфҡәтлелек фонды менән берлектә, һуҡырҙар араһында Брайль буйынса уҡыу һәм яҙыу буйынса мониторингыһын үткәрә. 
Брайль дисплейын алырға теләүселәрҙе махсус китапханаға анкета тултырырға саҡырабыҙ. 
Анкетаны һылтанма аша үҙаллы, йәки китапханала тултырырға мөмкин. Тултырған саҡта "Йәшәгән регионығыҙ" тигән графала "Башҡортостан" тип яҙыуығыҙ һорала. 
12.09.2023

Рәсүл Ғамзатов шиғриәтенә сәйәхәт. 

Путешествие в поэзию Расула Гамзатова
12 сентябрь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Рәсүл Ғамзатов шиғриәтенә сәйәхәт" әҙәби-музыкаль композиция үтте. Сара замандың бөйөк шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланды. 
Рәсүл Ғамзатов ижадын бөтә донъяла яраталар һәм уҡыйҙар. Шағир ҡәләменә унлаған авар һәм рус шиғырҙары ҡарай. 
12.09.2023

Эдуард Асадов исемендәге һуҡырҙар өсөн Икенсе Бөтә Рәсәй әҙәбиәт эше конкурсы

Второй всероссийский конкурс литературных работ людей с нарушением зрения имени Эдуарда Асадова
Конкурс 25 июль башлана. Сара РФ Хөкүмәте Советы ярҙамында үткәрелә. Ойошторорға ярҙам иттеләр: Алишер Усмановтың "Сәнғәт, ғилем һәм спорт" шәфҡәтлелек фонды, РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты. 
Быйылғы йылда конкурсҡа совет шағиры һәм прозаигы Эдуард Асадов исеме бирелде. 
12.09.2023

"Рус күңеле көҙгөһө" китап күргәҙмәһе 

Махсус китапхана абонементында "Рус күңеле көҙгөһө" китап күргәҙмәһе  асыла. Ул рус яҙыусыһы Алексей Николай улы Толстойҙың тыуыуына  195 йыл тулыуға бағышлана. 
Алексей Толстой 1883 йылдың 10 ғинуарында тыуған. Атаһы - граф Н. А. Толстой, әсәһе - балалар яҙыусыһы А. Л. Толстая. 
Толстой үгәй атаһы А. А. Бостром ҡанаты аҫтында тәрбиәләнә. Һамар училищеһын тамамлай, аҙаҡ 1901 йылда Петербург технология институтына уҡырға инә, 1907 йылда художество училищеһына күсә. 
22.08.2023

Бер уҡыусы бенефисы 

Бенефис одного читателя
Сираттағы "Бер уҡыусы бенефисы" 25 август махсус китапханала үтәсәк. Уның героиняһы - беҙҙең әүҙем уҡыусы Марина Иванова. 
Беҙҙең бенефистың геройҙары - һуҡыр һәүәҫкәр композиторҙар, шағирҙар, рәссамдар, артистар һәм, әлбиттә, китапханабыҙҙың ҡулланыусылары. 
20.08.2023

Рәсәй киноһы көнөнә Нет аудио-заголовка...

Ко Дню российского кино
23 август Рәсәй киноһы көнөнә, кинематографистарҙың һәм уларҙы һөйөүселәрҙең профессиональ байрамына ҡарата махсус китапханала "Улар тыуған ил өсөн һуғышты" тифлокомментарийлы фильм күрһәтеләсәк. Фильс Михаил Шолохов әҫәре буйынса режиссёр Сергей Бондарчук тарафынан төшөрөлгән. 
Уҡыусылар Сталинград алышының тарихи мәғәнәһе тураһында беләсәк. Китапханасылар герой ҡаланы яҡлауҙа башҡорт хәрбиҙәренең индергән өлөшө тураһында һөйләйәсәк. 
Сара 14:00 башлана. 
20.08.2023

Рәсәй дәүләт флагы көнөнә тарихи калейдоскоп 

Исторический калейдоскоп ко Дню Государственного флага России
22 август махсус китапханала "Рәсәй күңеле уның символдарында" тарихи калейдоскоп үтәсәк. Сара Рәсәй дәүләт флагы көнөнә арнала. 
Рәсәй дәүләт флагы XVII-XVIII быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр ул  "Бөркөт" хәрби кораблендә күтәрелә. 
Китапханасылар ҡунаҡтарға дәүләт символдарының барлыҡҡа килеү тарихы, уның үҙгәреше тураһында һөйләйәсәк. Совет шағирҙарының флаг тураһында шиғырҙары яңғыраясаҡ. Теләүселәр викторинала ҡатнаша ала. 
Сара Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса, 15:00 сәғәттә башлана.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.