Новости

29.07.2016
Салават Низаметдинов
2013 йылдың 29 июлендә Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор, Ғ. Сәләм исемендәге, Дмитрий Шостакович ис. Рәсәй композиторҙары Союзы, халыҡ-ара “Филантроп” конкурсының тәүге премиялары лауреаты Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов был донъянан китеп бара.
 
21.07.2016
О творчестве русского композитора
21 июль Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Осрашыу танылған композитор Сергей Сергей улы Прокофьевтың тыуыуына 125 йыллыҡ юбилейға арналды.
 
08.07.2016
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тәүге тапҡыр 2008-се йылда билдәләнде. Был фекер бер-нисә йыл элек Муром ҡалаһында тыуа. Тап ошо ҡалала, христиан никахы яҡлаусылары, Петр һәм Феврония ерләнгән. Ғаилә яуаплы мөхәббәт, хөрмәт итә белеү, ғаиләңә тоғро булыу менән бер рәттән, социаль берәмек тә булып тора. РФ Конституцияһының 38-се статьяһында былай тиелә: «Әсәлек менән балалыҡ, ғаилә хөкүмәт ҡанаты аҫтында; бала тәрбиәләү – ата-әсәнең тигеҙ бурысы; балиғ булған эшкә яраҡлы балалар эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһен ҡарарға бурыслы.”
Яңы ғаилә байрамының символы – аҡ сәскә. Бик наҙлы һәм матур символ. Быуаттар төпкөлөнән алып аҡ сәскә Рәсәй тәбиғәтенең символы булып һанала. Боронғо славяндарҙа ул 7 изге үҫемлектәрҙең береһенән һанала.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе, ысын күңелдән, ғаилә көнө менән ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙ һәр ваҡыт имен торһон, йортоғоҙҙа мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм итһен. Бәхет бер ҡасан да һеҙҙе һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ташлап китмәһен. Байрам менән!
 
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.