Новости

31.10.2016
Ночь искусств
Сентябрҙә Өфө сәнғәт училище залында Башҡортостан республикаһының композиторҙар Союзы һәм милли симфоник оркестры «Башҡортостандың симфоник палитраһы” атамалы проект-концерт тәҡдим итте. Милли симфоник оркестр менән Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, «Сәнғәт төнө” бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә, сайтыбыҙҙың “Тыуған ерем музыкаһы” бүлегендә беҙ концерт  программаһында яңғыраған музыкаль әҫәрҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
24.10.2016
2016 йылдың 25 октябрендә махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре республикабыҙҙың Борай районында «Һаулығы сикле кешеләрҙе муниципаль китапханаларҙа хеҙмәтләндереү” тип аталған тифлосессия үткәрәсәк. Был сарала Борай районының администрация мәҙәниәт бүлеге башлығы Илгиз Харисов һәм китапхана директоры Миләүшә Янгированың да ҡатнашыуы планлаштырылған.
 
 
21.10.2016
«Души прекрасное творение» Вечер памяти Загира Исмагилова

Быйыл бөйөк композитор Заһир Исмәғилевтың тыуыуына теүәл 100 йыл тула. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы шәхес иҫтәлегенә бағышлап кисә үткәрҙе.

 

 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.