"Йөрәктә мөхәббәт йәшәһә..."

Виктория Токарева
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы, прозаик һәм сценарист Виктория Токареваның тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Яҙыусының ижад юлы бала саҡтан башлана. Бөгөнгө көндә ул Мәскәү ҡалаһы янында йәшәй һәм яҙышыуын дауам итә. Уның һәр бер әҫәренә тәрән мәғәнә, яҡты образдар, бөйөк фәлсәфә һалынған. Китаптары – тормошоноң сағылышы. Улар ябай кешеләр тураһында һөйләй. Күп әҫәрҙәренең геройҙары – ҡатын-ҡыҙ. Шуға күрә лә, уны гүзәл зат бигерәк тә яратып уҡый.
Күргәҙмәлә һуҡырҙарға һәм насар күреүселәргә тәғәйенләнгән китаптар тәҡдим ителә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.