В рамках Библионочи 2021

В рамках Библионочи 2021

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, "Китап - йондоҙҙарға юл!" девизы аҫтында үткән "Библиотөн 2021" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, "Йыһан һәм ғаләм" темаһына шиғыр уҡыусылар конкурсын иғлан итә. 


Ҡатнашыусынан, рус йәки башҡорт телендә бер әҫәр башҡарылған, барыу ваҡыты 5 минуттан артыҡ булмаған видеояҙма ҡабул ителә. Шулай уҡ видеояҙмала икенсе конкурстарҙың һәм фестивалдәрҙең логотипы, йә рекламаһы булырға тейеш түгел. 
Шиғырҙа "Йыһан һәм ғаләм" темаһы сағылырға тейеш. Видеояҙманың горизонталь рәүештә бирелеүе мөһим. 
Конкурстың үткәрелеү ваҡыты:
ғаризалар 2021 йылдың 12 апреленән 24 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашыу өсөн, конкурс эшен теләһә ҡайһы социаль селтәргә #БРСБС #Библионочь #Поехали хештегтары аҫтында һалырға кәрәк.

#БРСБС#Библионочь#Поехали

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.