Үҙеңдә шатлыҡ табыу

Үҙеңдә шатлыҡ табыу
13 май һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһында «Үҙеңдә шатлыҡ табыу” кисәләр серияһы үтәсәк.
Кисәне башҡорт республикаһының “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” ойошмаһы ағзаларының ижади күргәҙмәһе аса.
Теманы “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан тәҡдим ителгән “13 раунд” фильмы дауам итә. Фильмға тифлокомментарийҙар махсус китапханала яҙҙырылған.
“Үҙ эсеңдә шатлыҡ тап, һәм был шатлыҡ һыҙланыуҙарыңды юҡҡа сығарыр” – был һүҙҙәр мифология өлкәһендә танылыу алған Америка ғалимы Д. Кэмпбеллдан алынған.
Күргәҙмәләге ижади эштәрҙең авторҙары яҙмышҡа яҙылғанды үҙгәртә алдылар, уларҙың күңел донъяһы сикһеҙ камил, тышҡа атылып сығып бара. Тап ошо саҡта төрлө ялтырауыҡтар, таҫмалар менән сигелгән, ҡәләм, акварель һәм майлы краскалар ярҙамында тыуҙырылған картиналар барлыҡҡа килә лә инде. Бынан тыш, экспозицияла иконалар, ағастан һырлап эшләнелгән әйберҙәр бар. Күргәҙмәнең ҡатнашыусылары – төрлө дәрәжәле инвалидтар – илебеҙҙең ҡала һәм райондарында йәшәйҙәр. Винера Ғиззәтуллина – Дүртөйлөнән, Дабира Хәлиуллина һәм Владимир Горшков – Октябрскиҙан, Елена Писаревская – Салауаттан, Айҙар Сәйетгәрәев, Гүзәлиә Шәрәфетдинова, Гөлнара Вәлиәхмәтовалар  Туймазы районынан, ә Гүзәл Әхмәтшина, иһә, Ҡыйғы районы һылыуы. Һуҡырҙар өсөн махсус республика башҡорт китапханаһы һәм “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” ойошмаһы тарафынан ойошторолған күргәҙмәлә ни бары 8 ҡатнашыусы. Ижадты “инвалид ижады, инвалид ижады түгел” критерийынан сығып баһалау дөрөҫ түгел. Берҙән-бер критерий – оҡшай, йә оҡшамай; күңелгә үтеп инәме, юҡмы; ә кем башҡарғаны мөһим түгел.
Ә шулай ҙа, нимә һуң ул мөмкинселектәре сикле кешеләр ижады: үҙеңә ярҙаммы, әллә башҡаларғамы? Күңелеңде асыу һәм ижад емештәреңде күрһәтеү теләгеме? Әллә матурлыҡ таратырға ынтылыумы?  Һәр кем быға яуапты үҙенсә эҙләй.
Был мәшәҡәт һәм үтә лә тиҙ үҙгәреүсән донъяла, яҡындарыңа булған мөхәббәтте иҫтә тоторға, уларҙы күрергә һәм ишетергә, һаулығы сиклеләрҙең ижадтары менән һоҡланырға, уларҙың өмөт, һөйөү, шатлыҡ йөрөткән ҡул эштәрендә яҡтылыҡты, сафлыҡты күрә белергә кәрәк.
«Үҙеңдә шатлыҡ табыу” кисәһенең икенсе бүлегендә “13 раунд” фильмын күрһәтеү ҡаралған. Режиссер Булат Йосоповтың был фильмы бик етди рәүештә бокс менән шөғөлләнгән, спорт өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән 12 йәшлек малайҙың тарихы тураһында бәйән итә. Уның тормошонда сетерекле хәл килеп тыуа. Ололар ҙа яҙмыштың был шәфҡәтһеҙлеге алдында юғалып ҡалырҙар ине. Малайҙың әсәһе ҡурҡыныс ауырыу менән ауырығаны асыҡлана. Уның өсөн бик ҡиммәтле дарыуҙар кәрәк. Ҡайҙан аҡса табырға? Бигерәк тә атай кеше ғаиләне күптән ҡалдырып сығып киткән хәлдә… Ролдәрҙе Рушана Бабич, Айсыуаҡ Йомағолов, Владимир Епифанов, Морат Теүәлбаев һәм башҡалар башҡара.
Кисә 14:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса башлана. 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.