Тифлосессия в Дюртюлях

Тифлосессия в Дюртюлях
Тифлосессия в Дюртюлях
27 мартта һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһы белгестәре Дүртөйлө районы муниципаль Үҙәк китапханаһында “Муниципаль китапханаларҙа мөмкинселектәре сикләнгәндәр файҙалана алырлыҡ шарттар тыуҙырыу” исемендә тифлосессия уҙғарҙылар. Тифлосессия эшендә Дүртөйлө районының мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе социаль яҡлау белгестәре, урындағы инавлидтар ойошмаһы ағзалары, китапхана уҡыусылары ҡатнашты. Дүртөйлө районы Үҙәк китапхана директоры З.И. Заһиҙуллина тамашасыларҙы сәләмләгәндән һуң, китапхананың эшмәкәрлеге, яулаған еңеүҙәре һәм тифлосессияның әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Һуҡырҙар өсөн махсус Башҡортостан Республика китапханаһының инновацион-методик бүлеге мөдире Альбина Бабенко сығыш яһаны.Ул китапханаларҙа тупланған барлыҡ мәҙәни һәм рухи байлыҡтарҙың һәр уҡыусыға файҙалана алыу мөмкинселектәрен тыуҙырыу хаҡында бәйән итте. Ифрат та күҙҙәре насар күргән, йәки тома һуҡырҙарҙы хеҙмәтләндереү мөмкинселектәре хаҡында үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
“Доступная среда” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙың актуаллеге һәм мөмкинселектәре сикләнгәндәргә йәмғиәттең һәм тирә-яҡ мөхиттең аңлайышлылығын тәъмин итеүгә йүнәлтелеүе хаҡында йәмғиәт менән бәйләнеш булдырыу буйынса БРСБС директоры урынбаҫары Олег Кушнерук һөйләне. Ул шулай уҡ һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың сайт контенты ике дәүләт телендә эшләнелеүе, сайттың һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн айырым опциялары барлығы хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
БСРБС –ның информацион технологиялар бүлеге мөдире Фәнүр Бәҙретдинов тифлосессияла ҡатнашыусыларға информацион ресурстарҙың китапхана сайты аша еткерелеп тороуы хаҡында һөйләне, тауышландырылған китаптарҙы Башҡортостан Республика махсус китапханаһы сайты он-лайн базаһы аша ҡулланыу мөмкинселектәрен аңлатты.
Артабан тифлосессияла ҡатнашыусылар насар күреүселәрҙең һәм тома һуҡырҙарҙың мәҙәни һәм рухи байлыҡтар менән тифлокомментарийлы (аңлатмалы тауышландырылған) фильмдәр аша таныша алыуҙары хаҡында мәғлүмәт кенә алып ҡалманылар,”Ранняя оттепель” аңлатмалы тауышландырылған фильмы миҫалында күрҙеләр. Фильмға тифлокомментарий һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшләнгән. Тифлосессия аҙағында төрлө һорауҙарға яуаптар бирелде, фекерҙәр алышыу булды.
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.