Сәнғәт төнө2025
3 ноябрь Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә йыл һайын үткәрелеүсе «Сәнғәт төнө»акцияһы үтә. Быйыл уның саралары халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала һәм «Мәҙәниәттәр берҙәмлегендә – халыҡ көсө» девизы аҫтында үтә. Онлайн режимда Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы сайтында башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмы бар. Фильмдың сюжеты XVII быуатта башҡорт далаһында бара. Төп героиняһы байбисә Тәңкәбикә, аҡыллы тол ҡатын, өс ул тәрбиәләй: кесе улы - Ишмырҙа, уртансыһы - Аҡъегет (матур Зөбәржәт менән йәрәшелгән) һәм өлкән улы - Юлмырҙа, уны хәрби хеҙмәттән ҡатыны Шәфәҡ көтә. Повесть үҙәгендә шулай уҡ Аллаһ аҡылдан мәхрүм иткән Диуана — Тәңкәбикәнең гонаһлы мөхәббәтенең емеше. Фильм тифлокомментарийҙар тауыш аңлатмалары менән оҙатыла, улар насар күреүсе һәм һуҡыр тамашасыларға экранда барған ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ ҡабул итергә ярҙам итә. Фильмға һылтанма: <iframe src="https://vk.com/video_ext.php?oid=-194941577&id=456239067&hash=52a2235078... width=" 640 "height=" 360 " frameborder=" 0"allowfullscreen=" 1 "allow=" autoplay; encrypted-media; fullscreen; picture-in-picture"></iframe>

Макарим Хусаинович Тухватшин











