Салауат Юлаев тураһында әҙәби сәғәт 

Литературно-краеведческий час о Салавате Юлаеве
Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы, сәсән шағир. 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр хәрәкәте ҡатнашыусыһы. Уның иҫтәлегенә беҙҙең әҙәби сәғәт арнала. 
16 июнь китапханасылар милли батырыбыҙҙың ижады, хәрби юлы тураһында һөйләйәсәк. Презентация материалдары буйынса уҡыусылар легендар батыр тураһында беләсәк. Салауат Юлаев бөйөк хәрби генә түгел, шулай уҡ ул яҡшы шағир ҙа. Ҡурай моңона уның бер-нисә билдәле әҫәре яңғыраясаҡ. 
Ҡунаҡтар тарихи атмосфера эсенә сума аласаҡ. Быға Яков Протозанов төшөргән "Салауат Юлаев" фильмын ҡарау ярҙам итәсәк. Кинофильм тура тифлокомментарий менән оҙатылып барасаҡ. 
Башланыу ваҡыты: 15:00
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.