Рәсәй көнө
12 июнь илебеҙҙә Рәсәй көнө билдәләнә. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә.
Был иреклек, азатлыҡ, граждандар тыныслығы һәм кешеләрҙең килешеп йәшәү байрамы.
Өфө ҡалаһы халҡы өсөн 12 июнь – өсләтә байрам: ҡаланың тыуған көнө, Рәсәй көнө һәм Салауат Юлаев көнө.