Рәиф Бадыҡовтың фотолар күргәҙмәһе

Выставка фоторабот Раифа Бадыкова
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Ваҡыт көҙгөһө” фотоэштәр экспозицияһы асылды. Унда башҡорт фоторәссамы Рәиф Бадыҡовтың эштәре тәҡдим ителә.
Рәиф Бадыҡов Йәрмәкәй районы Исламбахты ауылында тыуған. 1963 йылдан алып Өфөлә йәшәй. “Төҙөүсе тауышы” күп тиражлы гәзитендә эш юлын башлай. 1980 йылдан алып “Киске Өфө”лә фотокорреспондент була. 1983 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Рәиф Бадыҡов “Башҡортостан
Республикаһы” гәзитендә хеҙмәт итә.
1985 йылда Журналистар союзына керә. 1970 йылдан башлап күп кенә фотокүргәҙмәләрҙә ҡатнаша башлай. Сит илдәрҙә лә эштәре танылыу ала. 2001 йылда Өфөлә һөнәрсенең “Рәиф Бадыҡовтың 100 мәле” фотоальбомы донъя күрә.
“Ваҡыт көҙгөһө” күргәҙмәһендә документаль һәм ходужестволы фотографиялары тәҡдим ителә. Рәиф Бадыҡов “РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” почетлы исемдәренә эйә. Ш. Хоҙайбирҙин һәм Р. Исламов исемдәрендәге 
республика премиялары лауреаты.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.